Спорт
4 Апреля 2025, 11:28

Иң көслө фехтование оҫталары Өфөләге чемпионатта ҡатнаша

Башҡортостандың баш ҡалаһы тәүге тапҡыр фехтование буйынса Рәсәй чемпионатын уҙғарасаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иң көслө фехтование оҫталары Өфөләге чемпионатта ҡатнашаИң көслө фехтование оҫталары Өфөләге чемпионатта ҡатнаша
Иң көслө фехтование оҫталары Өфөләге чемпионатта ҡатнаша

21-28 апрелдә Башҡортостан Республикаһының Фехтование үҙәгендә 22 төбәктән 500-ҙән ашыу спортсы ҡатнашлығында Бөтә Рәсәй турниры үтәсәк. Программала өс олимпия дисциплинаһы буйынса ла ярыштар: рапира, шпага һәм ҡылыс менән алышыу. Уны асыу тантанаһы 21 апрелдә Рәсәй Фехтование федерацияһы һәм БР Спорт министрлығы вәкилдәре ҡатнашлығында үтәсәк.

Аҙна барышында тамашасылар түбәндәге ярыштарҙы күрәсәк:

21-22 апрель - ҡылыс менән команда һәм шәхси алыштары

23-25 апрель - шпажистар ярышы

26-28 апрель - рапирасылар турниры.

Ҡатнашыусылар араһында Европа, донъя һәм Олимпия уйындарының ғәмәлдәге чемпиондары бар. Спортсылар наградалар өсөн шәхси һәм команда беренселектәрендә көрәшә.

Уҙғарыу урыны: Башҡортостан Республикаһының Фехтование үҙәге (Халыҡтар Дуҫлығы проспекты, 45).

Фото: БР Спорт министрлығы.

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/sport/2025-04-03/silneyshie-fehtovalschiki-strany-vystupyat-na-chempionate-v-ufe-4183295

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
 
 
 
Автор:"Башкортостан"