

Конкурсант «Еңеүҙәр алда» йырын башҡара. Уны балалар баҡсаһында бергә эшләгән коллегаһы һәм дуҫы менән бергә яҙған.
- Йыр илебеҙҙә 2022 йылдан һуңғы ваҡиғаларға яуап итеп яҙылған. Беҙҙең бәләкәй тәрбиәләнеүселәребеҙ хәҙер атайҙарын, олатайҙарын, ағайҙарын юғалтыу кеүек ҡот осҡос ҡайғы менән осрашты. Был– ил ҡайғыһы. Беҙҙең ижадта ла сағыла, - тине ул.
Лидия биш йәшенән музыка менән шөғөлләнә. Уның олатаһы ла музыкант булған. Балалар менән эшләүенә инде 20 йыл.
Гала-концерт ваҡытында ямғыр яуҙы. Әммә ҡунаҡты бындай һауа торошо ҡурҡытманы. Ул фестивалдә ҡатнашыуҙан ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.
- Сара юғары кимәлдә ойошторолған, ә миңдә сағыштырырлыҡ тәжрибә бар. Фестиваль тураһында киң мәғлүмәт сараларынан белдем һәм ҡатнашырға булдым. Лайыҡлы, күләмле, профессиональ конкурс, - тип иҫәпләй Лидия. - Бындай конкурстар яңы йырҙар тыуһын өсөн кәрәк. Балаларыбыҙ мәғәнәле,мәңгелек йырҙар тыңлаһын!