Барлык яңалыклар
Медицина
15 декабрь , 14:19

Башҡортостанда шәхси клиникалар тураһында закон көсөнә инә

Закон медицина ярҙамы сифаты стандарттарын пациенттың уны ҡайҙа – дәүләт клиникаһындамы йәиһә шәхси клиникаламы, алыуына ҡарамаҫтан, берҙәмләштереүгә йүнәлтелгән. 

Башҡортостанда шәхси клиникалар тураһында закон көсөнә инә
Башҡортостанда шәхси клиникалар тураһында закон көсөнә инә

13 декабрҙә “Башҡортостан Республикаһында шәхси медицина эшмәкәрлеге тураһында” Законға үҙгәрештәр индерелә.

– Үҙгәрештәр шәхси клиникалар эшмәкәрлегенә ҡағыла: улар пациенттарға Һаулыҡ һаҡлау министрлығының клиник күрһәтмәләре нигеҙендә медицина ярҙамын күрһәтеүҙе тәьмин итергә тейеш, – тип аңлатты яңылыҡтарҙы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Закон медицина ярҙамы сифаты стандарттарын пациенттың уны ҡайҙа – дәүләт клиникаһындамы йәиһә шәхси клиникаламы, алыуына ҡарамаҫтан, берҙәмләштереүгә йүнәлтелгән. Шәхси медицина учреждениеларының клиник тәҡдимдәргә инеү мөмкинлегенән тыш, уларҙы көндәлек табиплыҡ практикаһында ҡулланыуҙы тәьмин итергә тейешлеге тураһында һүҙ бара. Был – хәүефһеҙлек һәм табиплыҡ хатаһы хәүефен кәметеү мәсьәләһе. Республикала медицина хеҙмәттәре сифаты берҙәм заманса ҡараштар менән билдәләнергә тейеш, ә медицина ойошмаһының милек рәүеше менән түгел.

Парламент спикеры әйтеүенсә, күп шәхси клиникалар элек тә клиник тәҡдимдәргә таянды, әммә законды ҡабул итеү менән раҫланған дауалау алгоритмдары ҡағиҙәгә әүереләсәк, улар билдәле етәксенең ихтыярына һәм ҡарашына бәйле булмаясаҡ.

– Закон шулай уҡ пациенттың сәләмәтлеге тураһында мәғлүмәтте, шул иҫәптән уның үлеменән һуң, кемгә тапшырыу хоҡуғын да күҙ уңында тота.

Валерий Шахов фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ! 

 

Автор: "Башкортостан"
Читайте нас