Рухты нығытҡан, йәшәү көсөн арттырған, дәрт-дарман өҫтәгән, милләт данына әүерелгән «Ҡурай» йыр-моң каналы 2018 йылдың 4 февралендә тарихта беренсе тапҡыр «Ҡурай даны» республика телепремияһын булдырҙы. Премияға «Ер кешеһе», «Һөнәр оҫтаһы», Эшлекле ханым», «Йыл меценаты», «Ҡул оҫтаһы», «Миһырбанлы ғаилә», «Ижади ғаилә», Ҡәләм оҫтаһы», «Йыл йырсыһы», «Иң шәп клип төшөрөүсе» тигән номинациялар индерелде.Номинаттарҙың исемдәрен жюри ағзалары ҡараусыларҙың заявкалары буйынса, шулай уҡ геройҙарҙың ҡаҙаныштарына һәм һөнәри уңыштарына ҡарап билдәләне. Дәғүә итеүселәрҙеконцерт барышында презентация формаһында әйтеп үттеләр.
«Ҡурай-ТВ» каналы йыл дауамында номинанттар тураһында тапшырыу күрһәтәсәк. Еңеүселәрҙе тамашасы СМС-тауыштар ярҙамында билдәләйәсәк. Гала-концерт 2019 йылдың февралендә планлашыртырыла. Еңеүселәргә исемле миҙалдар, ҡиммәтле бүләктәр һәм аҡсалата премия тапшырыласаҡ.